Баймаҡ районында «Каруанһарай һәм Темәс — осорҙар бәйләнеше» тигән күргәҙмә асылды

Баймаҡ районында «Каруанһарай һәм Темәс — осорҙар бәйләнеше» тигән күргәҙмә асылды

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында «Каруанһарай һәм Темәс — осорҙар бәйләнеше» тигән күргәҙмә асылды. Уны Темәс ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында күрергә мөмкин. Сара башҡорт халҡы өсөн ҙур рухи әһәмиәткә эйә булған Каруанһарай тарихи-архитектура комплексының 175 йыллығына арнала. Сараны асҡанда музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәмилә Әбсәләмова мәсет төҙөлөү тарихы менән таныштырҙы, Каруанһарайҙан Темәскә күсерелгән Башҡорт педагогия техникумы яҙмышы хаҡында бәйән итте. Мәғлүм булыуынса, был уҡыу йорто артабан Темәс башҡорт педагогия училищеһына әүерелгән. Ике тиҫтә йыл эшләү осоронда училище республика өсөн 3500 самаһы кадрҙар әҙерләгән.

Сарала «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Ильяс Ишбулатов Карауанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт үҙәк шураһы, унда үткәрелгән Бөтә башҡорт йыйындары — ҡоролтайҙар, тәүге Башҡорт хөкүмәте хаҡындағы доклад менән сығыш яһаны.

Экспозиция ағымдағы йылдың 29 октябренә тиклем эшләйәсәк.

Баймаҡ районында «Каруанһарай һәм Темәс — осорҙар бәйләнеше» тигән күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb