Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылында арҙаҡлы сәсән Ғәбит Арғынбаевҡа таҡтаташ асылды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, "Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Иҙел Солтанов, билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Радик Юлъяҡшин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева, “Ҡурай” телеканалының генераль директоры Рита Өмөтбаева, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан, Көйөргәҙе, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан ҡунаҡтар, стела асыуҙа ярҙам күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар, Ҡолсора ауылы биләмәһе халҡы ҡатнашты.
Тантана ауыл һәүәҫкәрҙәре, район ҡурайсылары сығышы менән башланып китте.
«Баймаҡта, башҡа райондарҙан айырмалы, тарихи саралар бик күп үткәрелә. Таҡтаташтар, стелалар ҡуйыла. Шуның өсөн баймаҡтарға алҡыштар яуһын!» ― тине Азат Бадранов үҙ сығышында.
«Был ауыл менән мине туғанлыҡ ептәре бәйләй. Шуға ла ғорурланып килдем», ― тине Юлай Ғәйнетдинов һәм Ғәбит сәсән тураһында һөйләп үтте.
Иҙел Солтанов — таҡтаташтың авторы. Шуға ла был сара уның өсөн икеләтә байрам. Ул оло ҡыуаныс кисереүен белдерҙе, ауыл халҡына, бағыусыларға, Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856 — 1921) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы. 1856 йылда Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Иҙрис ауылында (Башҡортостандың Баймаҡ районы, Түбәнге Иҙрис ауылы) тыуған. Ҡурай һәм хикәйәләү оҫталығына Ишмөхәмәт-сәсәндән өйрәнә. Уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа: «Ғәбит сәсән нәҙек оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп, һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы-сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, тәүҙә уның легендаһын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлар ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы өйрәнеүҙә остазы тип Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала торғайны».
Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә алдынғылыҡты бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста беренсе урындарҙы ала. «Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, шул саҡта үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар урында илап, әҫәрләнеп торор ине. Уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине», — тип хәтирәләр ҡалдырған уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.
Ғәбит сәсән Арғынбаевтан «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.