26 декабрҙә Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында халҡыбыҙҙың бөйөк улы Алдар Иҫәнгилдиндың яҡты иҫтәлегенә һәйкәл һәм тулыһынса яңыртылған мәҙәниәт усағы асылды.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары: Фаил Йортбәков, Айнур Әминев, Илһам Мөхәмәтшин, Нурзиә Сабитова, Әлфир Заманов, Радик Далхиндың сығыштары ошо күркәм сараға йәм өҫтәне.