Башҡорт халҡы уны элек-электән туй , оло табындар өсөн дә һәм кешенең вафатында ла әҙерләр булған. Баймаҡ районының Темәс ауылында республика күләмендә тәүгеләрҙән булып Башҡорт бауырһағы байрамы ла үтте. Унда ҡатнашҡандарҙың һәр ҡайһыһы бауырһаҡ бешереүҙең бихисап серенә төшөнгән дә инде.
Төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәт өлгөләренә һаҡсыл ҡараш, башҡорт милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу , милләт - ара татыулыҡты нығытыу был байрамдың төп маҡсаттарының береһе ине. Майҙанға йыйылған халыҡтың уңған¬лығын күреп, һоҡланмау мөмкин түгел . Төрлө төбәктән йыйылған уңған хужабикәләр яланда тәмле май еҫтәрен таратып милли ризығыбыҙ - бауырһаҡты үҙ рецебына таянып бешереп алып килгән. Әсе, сөсө ҡамырҙан, эремсекле, сәк-сәк формаһындағы биҙәкләп бешерелгән бауырһаҡтарҙы тап ошо байрамда ғына ауыҙ итеп була ине.
Өмөтбай ауылынан килгән ағинәй Миңлегөл Ҡужәхмәтова - ауылдағы һәр башланғысты күтәреп алып, мәҙәни сараларҙа әүҙемлек күрһәткән ханымдарҙың береһе. Байрамға ул бауырһаҡты әсәһенән өйрәнгән рецепт буйынса бешереп алып килгән.
Сәхнәлә дауам иткән фольклор ансамблдәренең сығыштары ла халҡыбыҙҙың милли йолаларын, бай тарихын, аш-һыуға ихтирамды арттырыу кеүек тойғолар һуғарылды. Фольклор ансамблдәр араһындағы конкурс йөкмәткеле сығыштар һәм хужабикәләрҙең милли ризыҡты оҫта әҙерләүе буйынса баһаланды.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран‐приға Хәйбулла районы ағинәйҙәре лайыҡ булды.
Майҙа йөҙөп кенә бешкән бауырһаҡ кеүек, байрам һәүетемсә генә йыр, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән уҙҙы. Был сара иһә республика кимәлендә тәүгеләрҙән булып Темәс ауылында үтте. Башланғыс яҡшы, тимәк был матур байрам артабан да дауам итер, тағы ла киңерәк таралыр, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/bauyr-a-ki-taral-an-milli-rizy-taryby-y-bere-e/