Баймаҡта “Рух ҡошо” исемле Шиғриәт байрамы үтте

Баймаҡта “Рух ҡошо” исемле Шиғриәт байрамы үтте

Йыл башынан Баймаҡ телевидениеһы тарафынан иғлан ителгән “Рух ҡошо” проекты шиғриәтте яратҡан, үҙҙәре ижад иткән шиғри күңеллеләрҙе бергә туплап ҡына ҡалманы, ә һүҙ ҡәҙерен белеүселәр өсөн оло бер Шиғриәт байрамын да бүләк итте.  “Рух ҡошо” проектында төрлө йәштәге 67 бәйгесе ҡатнашты, улар яңғыҙ, парлы һәм трио рәүешендә сығыш яһаны. Араларында яҡташ шағирҙарҙың да, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар ҙа яңғыраны.
Ә бына Өфөнән шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Лилиә Ҡәйепова, Фирүзә Абдуллиналар хатта үҙҙәре үк байрамға килеп, сараға йәм өҫтәне. “Рух ҡошо” барыһын да рухландырҙы, илһам һәм дәрт бирҙе, яңы ижадҡа этәрҙе. Проект авторы, шағирә һәм журналист Айгөл Иҙелбаева әйтеүенсә, проект Илгизәр Бураҡаевтың “Рух ҡошо” исемле риүәйәте нигеҙендә алынған, телевидение хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡыҫҡаса фильм төшөрөлгән, экрандан йыл дауамында барған бәйгеселәрҙең сығыштары күрһәтелгән. Киләсәктә лә был проект дауам ителер, ти уны ойоштороусылар. Гран-прины Айбулат һәм Заһит Ғүмәровтар яуланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb