Байрам йәме – тирмәләр

Байрам йәме – тирмәләр

Күптән түгел Белорет районында  Тирмәләр конкурсы үтте. Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡылары йылына, ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәй кѳнѳнә арналды.

Конкурсҡа 24 тирмә ҡуйылды. Һабантуйға Белорет педагогия колледжының, Мәғариф идаралығының да айырым тирмәләр ҡуйыуы байрамға йәм ѳҫтәне. Комиссия ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙы тирмәләрҙе биҙәү, милли аш-һыу тѳрлѳлѳгѳ, боронғо йола, ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү, ҡул эштәре күргәҙмәһе буйынса баһаланы.
Асыларҙың тирмәһе янынан кеше ѳҙѳлмәүе хәҙер инде матур традицияға әйләнеп бара. Боронғолоҡто бар ысынбарлығында күрһәткән тирмә янында фотоға тѳшкәндәр ҙә күп булды. Асылар быйыл ҡот ҡойоу йолаһын күрһәтте һәм йола үтәп, илебеҙгә, тормошобоҙға ҡот, именлек теләне. Ҡала хакимиәте тирмәһендә ҡунаҡтарҙы Экология йылына арналған концерт номерҙары менән ҡаршы алдылар. Бында ҡул эштәре күргәҙмәһе, милли аш-һыу ҙа һәр йылдағыса күп булды.

Сермән йәйләүендә беренсе бал алыу йолаһын ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова элек-электән һаҡланып килгән ғѳрѳф-ғәҙәттәр буйынса күрһәтеүгә иреште. Ҡунаҡсыл сермәндәр барыһын да ауылдың быйыл үтәсәк 315 йыллыҡ байрам сараһына саҡырҙы. Сосновкаларҙың “Кәкүк сәйе” йолаһы ла күптәрҙең күңеленә хуш килде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb