«Байыҡ-2023» республика башҡорт бейеүе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Байыҡ-2023» республика башҡорт бейеүе конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

«Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсының яңы миҙгеленә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Һайлап алыу турҙары онлайн уҙғарыла, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Конкурс ике йәш категорияһы буйынса үткәрелә:

I категория — 16-35 йәш: соло, дуэт, трио, ансамблидәр;

II категория — 36 йәштән өлкәндәр: соло, дуэт, трио, ансамблдәр.

2023 йылдың 8 февраленә тиклем хореографик композицияның видеояҙмаһын конкурстың Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

«Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы республикала 2008 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ул халыҡ бейеү ижады өлкәһендә әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып тора, башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә.

Телеконкурста йыл да республиканан 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһай. Ошо ваҡыт эсендә унда 10 000-гә яҡын бейеүсе ҡатнашҡан, 200-ҙән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Проект Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә популярлыҡ яуланы.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы. Проекттың маҡсаты — башҡорт халыҡ бейеүен пропагандалау һәм һаҡлау, балалар араһында һәүәҫкәр хореография сәнғәте ҡаҙаныштарын популярлаштырыу һәм таратыу. «Байыҡ» тамашасыларҙың һөйөүен яулап, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде.

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 262-87-00 (өҫтәмә код – 725).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb