Байыҡ Айҙар исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә 20 һүҙ оҫтаһы ҡатнашты

Байыҡ Айҙар исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә 20 һүҙ оҫтаһы ҡатнашты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1 мартта  Башҡортостанда Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһе иғлан ителгәйне. Бәйгелә эпос, ҡобайыр, риүәйәт, бәйет, иртәк кеүек халыҡ ижады өлгөләрен башҡарыусы 20 сәсән ҡатнашты. Быйылғы бәйге географияһы киң: сараға Баймаҡ, Салауат, Ғафури, Дәүләкән, Әбйәлил, Учалы райондарынан,  Өфө, Салауат ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан ҡатнашыусылар йыйылғайны.

Финалға 8 сәсән сыҡты, улар “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы сиктәрендә сығыш яһаясаҡтар. Сара 16 июндә Салалат районында үтәсәк.

Жюри ағзалары Байыҡ Айҙар сәсән исемендәге сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһен билдәләйәсәк. Еңеүселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb