«Байыҡ» балалар бейеү телевизион бәйгеһенә һайлау туры үтте

«Байыҡ» балалар бейеү телевизион бәйгеһенә һайлау туры үтте

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә «Байыҡ» балалар бейеү телевизион конкурсына һайлау туры үтте.

Бәйгелә   бөтәһе 500-гә яҡын бала ҡатнашҡан , баһалама комиссияһы 200 ҙән ашыу сығышты ҡараған. Финалға үтеүселәр Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.  

Дәүләкәндәр «Тыпырҙаҡ» бейеүен алып килгән. Ансамбль һайлап алыу турына ентекле әҙерләнгән. 
Сәхнәлә өйөрөлөп бейеүсе кескәйҙәрҙе тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел.  Уларҙың хәрәкәттәренә күҙ әҙ эйәрмәй. Яһалмалылыҡ юҡ, оҫта  һәм ихлас бейейҙәр.  Быйыл туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән «Байыҡ» бейеү телевизион конкурсында 500- ҙән ашыу бала һәм үҫмер  ҡатнаша.

Баймаҡта Урал аръяғы төбәктәре өсөн һайлап алыу туры үткән.  Бейеүҙәр бер-береһен ҡабатламай.  Иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән түгел, шулай ҙа бәйге булғас, еңеүселәре лә буласаҡ.     
Башҡортостандың утыҙҙан ашыу төбәге вәкилдәре «Байыҡ»та үҙ көсөн һынап ҡарай. Бигерәк тә Миәкә, Ғафури, Баймаҡ, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы  ныҡ әҙерләнгән, тип билдәләне жюри.  
Миәкә ҡыҙы Сөмбөл Әхмәтшина «Батыр ҡыҙ» бейеүен башҡарҙы.12 йәшлек уҡыусы  биш йәшенән бейей «Байыҡ»та икенсе тапҡыр  һәм быйыл үҙенсәлекле номер менән сығыш яһарға булған.
Абруйлы бәйге республика  район-ҡалаларында йәшәүсе балалар араһында  һәләтле бейеүселәрҙе аса.  Яңы бейеү өйрәнеүселәр ҙә, классик өлгөләргә өҫтөнлөк биреүселәр ҙә етди ярыш сәме менән яна.

«Байыҡ» бейеү телевизион конкурсының Гала-концерты быйыл Өфөлә, 15 июлдә «Ватан» этнопаркында үтә. Тамашала республика төбәктәренән генә түгел, Бүрәт, Чечен республикаларынан, Осетиянан һәм Түбәнге Новгород ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙың да сығышы көтөлә.  

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb