Өфөлә өстән 15 йәшкәсә балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсының гала-концерты 15 июлдә «Ватан» этнопаркында уҙҙы. Конкурс еңеүселәре менән бер сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ Чечня, Бүрәт, Татарстан Республикаһы һәм Түбәнге Новгородтың бейеү коллективтары сығыш яһаны.
«Байыҡ-2017» балалар конкурс программаһында бөтәһе ике меңдән ашыу башҡарыусы ҡатнашҡан, һәм 300-ө генә финалға сыҡҡан.
Лауреаттар яңғыҙ башҡарыусылар, дуэт, бәләкәй һәм тулы ансамбль номинацияларында билдәләнде. Күгәрсен районынан “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. Уның етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар әйтеүенсә, ансамбль йәш булыуына ҡарамаҫтан, төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
«Байыҡ» конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе.
Туғыҙ йыл эсендә конкурс тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде. Йыл һайын гала-концертҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә.