Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хәбәр итеүенсә, кисә, йәғни 4 апрель көнө балалар өсөн ижад ителгән китап авторҙары менән осрашыу үтте. Тантананы нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов менән баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева асты. Осрашыу Бөтә донъя балалар китабы көнөнә арналды.
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сарала шағирә, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, шағирә, «Аҡбуҙат» журналы етәксеһе Тамара Юлдашева, дизайнер, биҙәүсе рәссам Алһыу Хамматова, йәш шағирә Кристина Стрельникова, күренекле тәржемәсе Гүзәл Хамматова, Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияның 2Б класы һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Йәнле фекер алышыу балаларҙың күңеленә хуш килде: Гүзәл Ситдиҡова уҡыусыларға һандарҙы еңел иҫләп ҡалырға ярҙам иткән шиғырҙар һөйләп ҡыуандырҙы, Тамара Юлдашева балаларҙы шат күңелле уйынсыҡ ишәк менән таныштырҙы, Кристина Стрельникова мәрәкә шиғырҙар уҡып, Бабай ҡурсағы менән йәш тыңлаусыларҙың күңелен арбаны.
Алһыу Хамматова Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәтен иллюстрациялау өсөн ижад иткән ҡурсаҡтары менән кескәй йөрәктәрҙе яуланы. Ул видеоъяҙма аша ҡурсаҡтарҙы эшләү барышын күрһәтте, әкиәт геройҙарын яһағанда ҡулланған материалдар тураһында һөйләне. Уҡыусыларға нәзәкәтле, матур ҡурсаҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән күреү бәхете лә тейҙе: Алһыу Әнүәр ҡыҙы ҡурсаҡтар күргәҙмәһен дә алып килгәйне.