Фәүзиә Рәхимғолова ижады йәш быуынға матурлыҡ донъяһына яҡыныраҡ килергә ярҙам итә, уларҙы рухландыра. Был матур йола юҡҡа сыҡмаған.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө лицей-интернатында үткән хәтер кисәһе ошоно тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән Фәүзиә апай кескәй ватаны менән һәр саҡ ғорурланды. Етем ҡалып, ауырлыҡта үҫһә лә, зар тауышын берәүгә лә ишеттергәне булманы. Киреһенсә, үҙенең йәшәү рәүеше, сабыр аҡылы менән күптәргә үрнәк ине. Яҡташтары ла онотмай, Фәүзиә Рәхимғолованың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн көс һалыусылар барлығы ҡыуандыра. Йәнырыҫ ауылында үткән хәтер кисәһе онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфөнән Фәүзиә апайҙың ҡыҙы Лилиә Яхина килде, әсәһенең китаптарын талантлы балаларға бүләк итте. Яҙыусылар Әнисә Таһирова, Ирек Кинйәбулатов, Таңһылыу Ҡарамышева, Хисмәт Юлдашев, Стәрлетамаҡтан Рита Фәтҡуллина, Рима Ғәлимова, йырсы Рәүилә Мәсәлимованың сығыштары ла тамашасы күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларының йәш артистары, Йәнырыҫ мәктәбе уҡыусылары ҙур дәрт менән ҡатнашып биҙәне был байрамды. Айырыуса Фәүзиә Рәхимғолованың йәш сағын, туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтен сәхнәләштереүҙәре яҡты тойғо ҡалдырҙы.
Быйыл йәмәғәтселек Фәүзиә Рәхимғолованың юбилейын билдәләйәсәк. Үҙенсәлекле шәхес, оло әҙибә тураһында китап сығарыу фекере әйтелде.