Балалар шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолованы яҡташтары онотмай

Балалар шағирәһе  Фәүзиә Рәхимғолованы яҡташтары онотмай

Фәүзиә Рәхим­ғолова ижады йәш быуынға матурлыҡ донъяһына яҡыныраҡ килергә ярҙам итә, уларҙы рухландыра. Был матур йола юҡҡа сыҡмаған.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һы­ның Ж. Кейекбаев исе­мендәге 3-сө лицей-интернатында үткән хәтер кисәһе ошоно тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ишембай районының Йәны­рыҫ ауылында тыуып үҫкән Фәүзиә апай кескәй ватаны менән һәр саҡ ғорурланды. Етем ҡалып, ауырлыҡта үҫһә лә, зар тауышын берәүгә лә ишет­тергәне булманы. Киреһенсә, үҙенең йәшәү рәүеше, сабыр аҡылы менән күптәргә үрнәк ине. Яҡ­таштары ла онотмай, Фәүзиә Рәхимғолованың иҫтәлеген мәң­геләштереү өсөн көс һа­лыусылар барлығы ҡыуандыра. Йәнырыҫ ауылында үткән хәтер кисәһе онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфөнән Фәүзиә апайҙың ҡыҙы Лилиә Яхина килде, әсәһенең китаптарын талантлы балаларға бүләк итте. Яҙыусылар Әнисә Таһирова, Ирек Кинйәбулатов, Таңһылыу Ҡарамы­шева, Хисмәт Юлдашев, Стәр­ле­тамаҡтан Рита Фәт­ҡуллина, Рима Ғәлимова, йырсы Рәүилә Мәсәли­мованың сығыш­тары ла тамашасы кү­ңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларының йәш артистары, Йәнырыҫ мәктәбе уҡыусы­лары ҙур дәрт менән ҡатнашып биҙәне был байрамды. Айырыуса Фәүзиә Рәхимғолованың йәш сағын, туған­дарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтен сәхнәләштереүҙәре яҡты тойғо ҡалдырҙы.
Быйыл йәмәғәтселек Фәүзиә Рәхимғолованың юбилейын билдәләйәсәк. Үҙенсә­лекле шәхес, оло әҙибә тураһында китап сыға­рыу фекере  әйтелде.

Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb