Балалар театр студияһы тәүге ижад миҙгелен яба

Балалар театр студияһы тәүге ижад миҙгелен яба

Хөрмәтулла Үтәшевтың балалар театр студияһы тәүге ижад миҙгелен япты. Сәхнәгә кескәй актерҙар үҙенсәлекле тамаша ҡуйҙы.
Февраль айында барлыҡҡа килгән театр студияһында Өфөнән генә түгел, Иглин районынан килгән шөғөлләнеүселәр бар. 7-13 йәштәрҙәге балалар өсөн ике төркөмгә бүленгән. Барлығы 25 бала. Малай һәм ҡыҙҙарҙы сәхнәлә ҡаушамаҫҡа, үҙҙәрен ышаныслы тойорға өйрәтәләр. Баланы театр сәнғәте аша үҫтереү беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, ти студия етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшев.
Кескәй актерҙар сәхнә теле, актерлыҡ оҫталығы һәм сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталығын шымартты. Үҙ-ара дуҫлашып, дәрестәргә ихлас йөрөгән балаларға уҡытыусылары ҙур өмөттәр бағлай.
Әле балалар телмәрен, тән хәрәкәтән камиллаштыра. Көҙгөлөккә улар тамашасыларҙы бәләкәй спектаклдәр менән ҡыуандырырға ниәтләй.
Балалар театр студияһы үҙенең кескәй ижад миҙгелен япты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яңы идеялар, көстәр тупларға йәйге ялға сыға.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb