Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында кескәй тамашасылар өсөн премьера − Е.Шварц әкиәте мотивтары буйынса «Юғалған ваҡыт артынан...» спектакле сәхнәгә сыҡты, уны режиссер Айҙар Зарипов ҡуйҙы. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Алина Нуриманова, композиторы − Вәсил Ғафаров, хореографы − Алина Мостаева, рәссам-яҡтыртыусыһы − Илшат Сәйәхов.
Спектаклдә Айнур Ситдыҡов, Алмаз Йосопов, Гөлнара Әмирова, Гөлфиә Рафиҡова, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Айсыуаҡ Йомағолов, Артур Ҡунаҡбаев, Алмас Әмиров, Урал Әминов, Илүзә Күсәбаева, Илгизә Ғилманова, Лилиә Ғәлина, Гүзәл Хәсәнова, Таң Хөсәйенов, Айнур Ғәбитов ҡатнашалар.
Әкиәттең йөкмәткеһенә килгәндә, махсус ҡушымта ярҙамында яуыз тылсымсылар ваҡыттарын бушҡа уҙғарған балаларҙың ваҡыттарын урлап, уларҙы ҡарттарға әйләндерә. Ҡапыл ҡартайған ҡыҙҙар һәм малайҙар юғалған ваҡыттарын ҡайтарыу өсөн мауыҡтырғыс сәйәхәткә сығалар.
Бәләкәй тамашасылар йотлоғоп әкиәт геройҙарын күҙәтте, улар менән бергә көлдө һәм артистарҙы дәррәү алҡышланы.
Спектакль алдынан фойела балалар һәм өлкәндәр Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт персонаждары менән шыршы тирәләй күңелле уйындар уйнанылар, йырҙар йырланылар.
Балалар өсөн яңы йыл тамашалары һәм әкиәттәр 22 декабрҙән 30 декабргә тиклем һәм киләһе йылдың 2−8 ғинуар көндәрендә уйналасаҡ.
Яңы йыл каникулдары ваҡытында Ҡыш бабай һәм башҡа әкиәт геройҙары менән бергә шыршы тирәләй күңелле уйындар уйнарға, ваҡытығыҙҙы беҙҙең театрҙа файҙалы итеп үткәрергә саҡырабыҙ!
Театрҙың яңы спектакле балаларға ла, өлкәндәргә лә берҙәй оҡшар, һәр кем үҙенә фәһем алыр, тип ышанабыҙ (6+).