Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Өфө – балалыҡ биләмәһе» девизы аҫтында төрлө саралар үтәсәк

Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Өфө – балалыҡ биләмәһе» девизы аҫтында төрлө саралар үтәсәк

1 июндә бөтөн донъя Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Байрам уңайынан  баш ҡалала «Өфө – балалыҡ биләмәһе» девизы аҫтында төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.

Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем Салауат Юлаев исемендәге майҙанда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡала мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың ҡаҙаныштар һәм ижад күргәҙмәләре тәҡдим ителә.

— әүәләү, оригами, робототехника буйынса оҫталыҡ дәрестәре;

— йәнһүрәт геройҙары менән уйындар;

— фотозона;

— төрлө һөнәрҙәрҙең импровизация бүлмәләре;

— концерт программаһы.

Дим районы: мәҙәниәт һәм ял паркында «Һаумы йәй – балалыҡ байрамы» байрам программаһы уҙа.

Калинин районы: байрам программаһы «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола.

Киров районы: байрам саралары Ленин исемендәге паркта үтә.

Ленин районы: «Йәдкәр» мәҙәниәт йортонда, «Тулҡын» паркында, Мостай Кәрим скверында байрам ойошторола.

Октябрь районы: байрам «Ҡашҡаҙан» паркында, Нуғай ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда һәм «Тылсымлы донъя» паркында ойошторола.

Орджоникидзе районы: байрам программаһы Нефтехимиктар паркында була.

Совет районы: байрам саралары Яҡутов исемендәге паркта ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb