Балаҡатай районында «Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы буласаҡ

Балаҡатай районында «Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы буласаҡ

15 августа Балаҡатай районында «Өфө йылға буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы үтә.

Ойоштороусылары – БР мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балаҡатай районы хакимиәте, БР милли музейы, БР стретегик тикшеренеүҙәр иниституты, БР архив эштәре идаралығы, БР крайҙы өйрәнеүселәр союзы.

Быйыл байрам дистанцион форматында үтә.

Программала:

-         “Башҡорттарҙың тамбур сигеүе – төбәк-ара бәйләнеш факторы” төбәк-ара этнофорумы;

-         “Ҡатай ырыуы башҡорттары. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте” исемле түңәрәк өҫтәл;

-         “Ҡатай һылыуы” конкурсы;

-         “Ҡатай” шәхси музейына барыу;

-         Балалар араһында үткән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә арналған йыр бәйгеһенә йомғаҡ яһау;

-         Штандартты Белорет районына тапшырыу.

Быйыл Ҡатай ырыуы йыйыны Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән Башҡорт теле йылына арнала һәм Өфө йылға буйы башҡорт ырыуҙарының фольклорын популярлаштырыуға йүнәлтелә.

 

Белешмәләр өсөн телефондар:

  + 7 (34750) 21161, 21464, 8-964-96-08-462 – Кәримова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы; 8965-666-20-68 - Әмәкәсова Әлиә Алек ҡыҙы; 8960-803-26-39 - Шәрипов Илдар Тәлғәт улы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb