Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында “Быуаттарҙы бәйләгән еп” исемле фестиваль башланды. Өс көн дауамындағы сарала сәнғәт мәктәптәре һәм коллективтары өсөн семинар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Балалар, боронғо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар балаҫ һуғыу менән яҡындан таныша, станок менән эшләү һабаҡтарын ала. Фестивалдә республика оҫталарының күргәҙмәһе лә ойошторола. Иң зауыҡлы балаҫтар һайлана, улар Өфөлә Республика милли музейында күрһәтеләсәк.