«Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә ҡатнаша

«Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә ҡатнаша

5-15 ноябрҙә  Екатеринбурга «Коляда-Plays» халыҡ-ара заманса драматургия фестивале уҙасаҡ. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәнә Екатеринбург ҡалаһына юллана.

 Был юлы Ангиза Ишбулдинаның пьесаһы буйынса «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «КОЛЯДА-PLAYS» ХII Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Быйылғы фестиваль афишаһында - утыҙ ете сәхнә әҫәре. Беҙҙең спектакль Екатеринбургтың «Щелкунчик» балет театрында 10 ноябрь көнө күрһәтеләсәк.

Ангиза Ишбулдинаның лирик комедияһы тәүгә тамашасы хөкөмөнә быйыл яҙ тәҡдим ителгәйне.

Мәғлүмәт өсөн: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 2016 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» Х Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашты. Актер Руслан Хайсаров йәш драматург  Ярослава Пулиновичтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектаклендәге Альберт роле өсөн «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында еңеүсе булды.
Шулай уҡ, 2017 йылда «КОЛЯДА-PLAYS» ХI Халыҡ-ара театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектаклен күрһәттек. Илсур Ҡаҙаҡбаев «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында призға лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb