Тантаналы сарала Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең кино-фото сәнғәте бүлеге белгесе Рәмил Нафиҡов һәм режиссёры Рита Яҙыҡбаева, „Республика Башҡортостан” гәзите журналисы Надежда Тюнёва ҡатнашты.
Башҡортостан 2016 йылда „Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһына 26нсы тапҡыр сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән фоторәссамдарҙы йыйҙы. Фотоэкспедицияның маршруты Балтас районы аша ла уҙҙы.
Райондың тәбиғәт күренештәре, абруйлы шәхестәре, гармунсылары, фольклорсылары, „Етегән шишмә” халыҡ коллективы, „Семыҡ” байрамында ҡатнашыусылар Мәскәү, Өфө ҡалалары, Иран, Молдова, Әзербайджан илдәре фоторәссамдарының „объективына эләкте”.
„Ошо матур кадрҙарҙы һеҙ ҙә күрһен, тинек. Балтаста фотокүргәҙмә асыуҙың сәбәбе шул. Фотография ҙур көскә эйә. Иң мөһиме, ул көс позитив йүнәлешкә хеҙмәт итһен”, — тине Рәмил Исмәғил улы күргәҙмә асыу тантанаһында.
Таныш йөҙҙәрҙе, баҫыу-ҡырҙарҙы фоторәссамдар күҙлегенән күреү күңелдә һоҡланыу хистәре уята.