Балтас районы Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының «Тамаша» фестивален ҡаршы ала

Балтас районы Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының  «Тамаша» фестивален ҡаршы ала

Ағымдағы йылдың 27-29 ноябрендә һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү маҡсатында Балтас районында Фәрдунә Ҡасимова призына Республика театр коллективтарының  «Тамаша» фестивале уҙғарыла.

Сарала Асҡын, Балтас, Благовар, Бижбүләк, Борай, Ғафури, Өфө райондарынан, Нефтекамск, Октябрьский, Өфө ҡалаларынан һәүәҫкәр театрҙар коллективтары ҡатнашасаҡ.

Фестивалдә ҡатнашыусыларын һәм жюри ағзаларын сағыу программа көтә: фестивалде асыу һәм ябыу тантанаһы, үҙешмәкәр театры спектаклдәрен ҡарау, конкурстар, дисциплиналар буйынса алдынғы театр педагогтаы һәм режиссерҙары ойошторған мастер-кластар.

Программа сиктәрендә «Cпектаклдә анализ ысулы»  исемле семинар-практикум үткәреләсәк. Семинарҙы билдәле профессор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Фәрдунә Ҡасимова алып барасаҡ.

Сығыштарҙы театр тәнҡитселәре, билдәле режиссер, педагогтарҙан торған жюри ағзалары баһалаясаҡ. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы спектакль, режиссер, рәссам, актер, звукооператор номинациялары билдәләнәсәк.

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы Хакимиәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb