Ағымдағы йылдың 15-17 ноябрь көндәрендә Балтас районында «Тамаша» республика һәүәҫкәр театрҙар фестивале үтәсәк.
Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.
Фестивалдең маҡсаты: һәүәҫкәр театр сәнғәтен пропагандалау һәм артабан үҫтереү.
Сарала йәштәр һәм ололарҙан торған һәүәҫкәр театр коллективтары ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Сығыштарҙы жюри ағзалары баһалаясаҡ: билдәле театр тәнҡитселәре, танылған режиссерҙар һәм педагогтар.
«Тамаша» фестиваленең программаһы буйынса конкурс ҡарауҙарынан тыш, үҙешмәкәр театрҙарҙың спектаклдәре, оҫталыҡ дәрестәре, һәүәҫкәр театрҙарҙың режиссерҙары һәм етәкселәре өсөн ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.