Балтас районында „Атайсал” халыҡ ижады фестивале дауам итә

Балтас районында „Атайсал” халыҡ ижады фестивале дауам итә
„Кино йылы” уңайынан районда дауам иткән „Атайсал” халыҡ ижады фестивале финишына яҡынлашты. Уҙған аҙнала түшкерлеләрҙан эстафетаны ҡабул иткәндә һынатмаҫҡҡа һүҙ биргән янбайлылар ун дүртенсе ауыл ерлеге булып сығыш яһаны һәм ысын мәғәнәһендә һынатманы. Был ауыл биләмәһе үҙешмәкәрҙәре тамашасыға „Миҙгелдәрҙән тора был донъя” тигән концерт программаһы тәҡдим итте.

Программаның „Бала-саҡҡа ҡабат ҡайтыр инем”, „Эх, һин йәшлек, дәртле йәшлек”, „Тормош кисеүҙәре — бәхет миҙгелдәре”, „Ғүмер көҙҙәренә кергәндә” тигән бүлектәре тамашасыны кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ миҙгелдәре буйлап сәйәхәткә әйҙәне. Программаны алып барған Рәзинә Ханова менән Гөлназ Әнүәрова тамашасыны ғүмер миҙгелдәре буйлап сәйәхәттә „оҙатып йөрөнө”. Залдағыларға һағышланырға ла, моңланырға ла урын булды.

Концерт барышында үҙешмәкәрҙәр менән район мәҙәниәт һарайы белгестәренең эшләүе һиҙелде. Төрлө һөнәр эйәләрен бергә туплаған дүрт ауылдың клуб хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы бушҡа булманы. Концерт халыҡҡа оҡшаны, балтаслылар ихлас алҡыштары менән белдерҙе. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар менән район мәҙәниәт һарайының әйҙәүсе методисы Алһыу Әхмәтсафиева, баянсы Данил Хөснуллин эшләгән. Алмаз Рәжәпов ойошторған халыҡ инструменттары ансамбле сығышы айырым бер ижад емешенә тиң булды.

Биләмә ерлегендә йәшәгән үҙешмәкәрҙәр араһында нәфис һүҙ оҫтаһы ла, эстрада йырҙарын да, ретро йырҙарҙы ла оҫталыҡ менән башҡарыусылар бар. Йыр-бейеү дауам иткән мәлдә экрандан ерлек территорияһындағы колхоздар производствоһын үҫтергән, төрлө тармаҡтарҙа көс һалып дан ҡаҙанған орден кавалерҙары, маҡтаулы хеҙмәткәрҙәр, әлеге көндә лә район, республика, ил күләмендә билдәле шәхестәрҙе барланылар.

Сәнғәт йәнле янбайлылар һынатманы. Хаҡлы баһаны алҡыштары менән халыҡ үҙе бирҙе. Ерлек хаҡимиәте башлығы Рәзиф Ахунов сәхнәгә күтәрелгәс, был төбәктәге биш ауылға килен булып төшкән, шунда тыуып-үҫкән һылыуҙарҙы кәләше иткән кейәүҙәрҙең ауылдары данын яҡлап сығыш яһағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм фестивалде ут күршеләре яланғаслыларға тапшырҙы. Ә фестивалде йомғаҡлаясаҡ Яланғас ауыл ерлеге башлығы Рәсих Ғафүрйәнов йома көнө райондаштарҙы үҙҙәренең тамашаһына көтөп ҡалыуҙарын әйтте.

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Сығанаҡ: “Балтас таңдары” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb