Балтас районында республика "Шәжәрә байрамы" үтте

Балтас районында республика "Шәжәрә байрамы" үтте

Сарала ун биш район вәкилдәре нәҫел тамырҙарын барланы. Һабантуйға тура килгән сарала шулай уҡ "Башҡорт килене", "Ғаиләм-ҡәлғәм", "Ялан ашы" бәйгеләре лә ойошторолдо.

Байрамда төрлө милләт халыҡтары үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы. Илһөйәрлек, толерантлыҡ һәм татыулыҡҡа әйҙәгән сара - быуындар араһындағы бәйләнеште нығытты.

"Шәжәрә" байрамы ике көн дауам итте. Башта бәйгелә ҡатнашыусылар район мәҙәниәт һарайында үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтһә, икенсе көн һайлап алыу этабы еңеүселәре халыҡ алдында сығыш яһап, барса халыҡты тарихты өйрәнергә әйҙәне.

Балтастар һабантуй яланында ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итте. Шәжәрә байрамында - район халҡы үҙҙәре үк күпләп ҡатнашҡан.

Шәжәрә төҙөүселәр Мәскәүҙән дә килделәр, улар бында традицион рәүештә ҡатнашалар. Балтастың бөтә ауыл биләмәләре һәм күрше-тирә райондар йыйылған. Бөгөнгө байрамда 30 район вәкиле бар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb