Бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновҡа арналған «Виртуоз…» фильмының исем туйы уҙасаҡ

Бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновҡа арналған «Виртуоз…» фильмының исем туйы уҙасаҡ

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 7 март көнө танылған музыкант Роберт Заһретдиновтың юбилейына арналған «Виртуоз…» фильмының исем туйы уҙа. Фильм «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыуға айҡанлы ижад ителгән.Кинотаҫманың режиссеры һәм операторы — Радик Килмәмәтов.

Мәғлүмәт өсөн: Роберт Абдрахман улы Заһретдинов — СССР һәм Рәсәйҙең бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсыһы, педагог-музыкант, Башҡорт АССР-ының  һәм РСФСР-ҙың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Әжекәй ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәттәге тауыштарға оҡшатып уйнарға өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлеген, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлаған.

1969 йылда Роберт Абдрахман улы Өфө музыка-педагогия училищеһынының баян класында эшләй башлай. Был инструмент өсөн 300-ҙән ашыу пьеса ижад итә. Ошо осорҙа уның ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы ҡабат уяна. Музыкант уйын ҡоралдарын үҙе яһай башлай, уларҙың яңы төрҙәрен уйлап сығара, камиллаштыра.

1991 йылда Роберт Заһретдинов Саха Республикаһында ЮНЕСКО ойошторған II Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивалендә ҡатнаша, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. Унда музыкант 22 илдән килгән 200 башҡарыусы араһынан беренсе урынды яулай һәм махсус бүләк — алтын ялатылған платинанан авторҙың үҙенә генә исемләп эшләнгән ҡумыҙ ала.

1998 йылда ул, баһалама ағзаһы булараҡ, Австрияға халыҡ-ара фестивалгә бара, унда «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был уға бар донъяның теләгән бер музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәресе күрһәтеү хоҡуғын бирә. Роберт Заһретдинов Австрия, Болгария, Бельгия, Голландия, Польша, Швейцарияла ошондай дәрестәр бирә. Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария һәм Финляндияға гастролдәр ойоштора.

Роберт Заһретдиновтың репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр була: башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙ өсөн эшкәртмәләре, башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, үҙенең ижад емештәре.

«Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» әсбабы өсөн Роберт Заһретдинов «Джордж Сорос исемендәге халыҡ-ара премия»ға лайыҡ була. «Мелодия» фирмаһының пластинкаларына, компакт-дискыһына яҙҙырылған Р. Заһретдинов башҡарыуындағы әҫәрҙәр Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы фондында һаҡлана.

Арҙаҡлы ҡумыҙсы оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 1 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb