Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты– Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Рәсми бүләкләү тантанаһы кисә, 27 апрелдә, Башҡорт опера һәм балет театрында, Илдар Абдразаҡовтың Беренсе Халыҡ-ара музыка фестивале тамамланғандан һуң үтте.
«Был, ысынлап та, лайыҡлы награда, Илдар Әмир улы республика өсөн бик күпте башҡара, — тине Башҡортостан башлығы. — Донъялағы иң көслө, һоҡланғыс тауыш. Беҙ һеҙҙең булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм бәхетлебеҙ, ҙур рәхмәт һеҙгә!».
«Ҙур рәхмәт, был артабан эшләү, башланған эшебеҙҙе дауам итеү өсөн стимул булып тора. Башланғыс һалынған, нигеҙ бар», — тине Илдар Абдразаҡов.
Илдар Абдразаҡов – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Грэмми» премияһын яулаусы.
Шулай уҡ үҙенең икенсе указы менән Рөстәм Хәмитов Мариин театры солисы, фестивалдә ҡатнашыусы Сергей Скороходовты «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне.