Бар ғүмере уның моң ғына

Бар ғүмере уның моң ғына
Күптән түгел билдәле үҙешмәкәр композитор, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Муса Смаҡовтың ижади эшмәкәрлегенә 35 йыл тулыу айҡанлы “Бар ғүмерем минең моң ғына” тип аталған байрам сараһы ойошторолдо. Муса Рәшит улының ғүмере лә, күңеле лә, ысын мәғәнәһендә, иң матур моңдарға сорналған. Бала сағында уҡ яҡты донъяны күреү һәләтенән яҙһа ла, ул үҙенә был тормошто лайыҡлы үтергә юл һалыу мөмкинлеген, ошо юл-һуҡмаҡты бергә үтер яртыһын һәм ысын дуҫтарын табыуға өлгәшеүе лә моңға, музыкаға бәйле. Был көндә ҡала мәҙәниәт һарайы тамаша залы яҡташыбыҙҙың ижадын яратҡандар менән тулды. Ижади кисәне һәүәҫкәр композитор тыуған яҡ тураһында үҙенең йыры менән асты. Ғөмүмән, уның бик күп йыры тыуған төйәккә, ҡабатланмаҫ матурлығына, миҙгелдәрҙең төрлөлөгөнә, яҡташтарының уңғанлығына арналған. Йырҙары уның яҙмышы, булмышы, күңел кисерештәре менән ауаздаш булғанға ла беренсе тапҡыр ишетеүҙән тыңлаусы күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, күптәр уның йырын яттан белә. Тыуған төйәк менән айырылышыу ғазабын бик иртә кисерергә тура килә уға: һигеҙ йәштә баш ҡаланың 28-се махсус мәктәп-интернатына уҡырға бара. Бик иртә яҡын кешеләренән, тыуған ауылынан айырылып, көслө һағыныу хистәренә бирелеүе лә, бәлки, үҫмер күңелендә моң булып яралғандыр. Шулай итеп, ул ун дүрт йәш тулғанда мәктәптең оҫта гармунсыһына әйләнә. -Мәктәптә уҡығанда Мусаһыҙ бер сара ла үтмәй торғайны, ул һәр байрамды баяны менән биҙәр ине, - тине үҙенең ҡотлау сығышында композиторҙың балалыҡ дуҫы Ринат Бикбаев. - Әле лә тап уның ҡатнашлығында беҙҙең ойошма республикалағы 16 йәмғиәт араһында - иң яҡшыһы. Дөйөм алғанда, был көндә сәхнәнән Муса Рәшит улына ҡарата бик күп йылы һүҙ яңғыраны. Талантлы музыкант, тоғро дуҫ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, эшһөйәр, илһөйәр, телһөйәр... Сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә уның арымай-талмай ижад итеүенә, көй яҙылған шиғырҙың йөкмәткеһен дөрөҫ тойоуына, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлтерлек йыр яҙыуына, эште еренә еткермәй туҡталып ҡалмауына ысын күңелдән һоҡланыуын, уны ошо шәхси һәм эшлекле сифаттары өсөн хөрмәт итеүен белдерҙе. Муса Смаҡов - республика, район конкурстары еңеүсеһе, лауреаты, үҙешмәкәр композитор Фаил Абдраҡов исемендәге төбәк конкурсы дипломанты. Мәҙәни-ял үҙәге директоры Булат Биков ижади эшмәкәрлегенә 35 йыл тулыу айҡанлы һәм Мәләүез районы мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн композиторҙы район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы бүлексәһе адреслы сәләмен ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Илмира Фәйзуллина, Шамил Ноғоманов Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, Муса Смаҡовтың күп йыры тыуған ергә, тәбиғәткә, кешеләрҙең алсаҡлыҡ, ихласлыҡ кеүек матур сифаттарына арналған. Был хаҡта яҡташтары исеменән сығыш яһаған Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, Нөгөш ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Самат Мәҡсүтов, ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре лә билдәләп үтте. Шуға ла ижади кисәнең тәүге өлөшөндә Муса Рәшит улының Мәрйәм Күсмәева, Фәүзиә Йомағолова, Рәзилә Ҡотлогилдина, Тимер Ниәтшин, Мөнир Ишбулатов, Харрас Байғазин, Миңлегөл Хисамова, Рәмил Йәнбәк һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙған илһөйәрлек темаһына йырҙары яңғыраны. Уларҙы “Таллы” вокаль ансамбле, Айгөл Шаһманова, Нәсимә Суҡбаева, Динар Халиҡов, Рәмилә Ҡырымсурина, Нурия Бураҡановалар башҡарҙы. Концерттың икенсе өлөшөндә сәхнәлә мәңгелек тема - мөхәббәт тураһындағы йырҙар - урын алды. Илгиз Ҡолтаев, Зөлфиә Бирҙеғолова, Ирек Ноғоманов, Ғәзим Ильясов, Зилә һәм Хәсән Усмановтар телерадио эфирҙарында йыш яңғыраған музыкаль сәләмдәрҙе бүләк итте. Фәрит Бикбулатов, Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдинов кеүек яратҡан йырсыларыбыҙ тауышын билдәле пародист-юморист Илсур Тайсин ишеттерҙе. Нәсимә Суҡбаева, Илүзә һәм Илгиз Ниғмәтуллиндарҙың дәртле бейеүҙәре лә тамашасы күңеленә хуш килде. Сәхнәгә сыҡҡан һәр артист Муса Смаҡовҡа матур йырҙары өсөн рәхмәт һүҙен еткерҙе. Яҡташыбыҙ, ысын мәғәнәһендә, рәхмәткә, ихтирамға лайыҡ. Йырҙары өсөн генә түгел, ә рух ныҡлығы, яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, моңдан, көйҙән үҙенә һуҡмаҡ һалып, шуның буйынса үргә атлағаны, үҙе артынан башҡаларҙы әйҙәгәне өсөн. Лена Абдрахманова. Сығанаҡ: Мәләүез районының “Көнгәк” район гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb