28 май көнө Өфө ҡалаһында һоҡланғыс сара - "Башҡорт милли костюмы көнө" үткәрелә. Байрам онотолмаҫ, сағыу, иҫ киткес булмаҡсы. Сөнки уның сиктәрендә бер-нисә тамаша үткәрелә.
Программала:
15.00 - 16.00 сәғ. - Тантаналы йөрөш-парад.
Зәки Вәлиди урамы буйынса, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем. Бар ҡатнашыусылар башҡорт милли кейемендә (кейемдең бер элементы менән дә килергә мөмкин: бүрек, кәпәс, ҡашмау, һаҡал һ.б.)!
16.00 сәғ. "Башҡортса кейенәм" флеш мобы.
Салауат Юлаев майҙанында, сәхнә алдында башҡорт милли бейеүенән торған флеш-моб үткәреләсәк! Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бейеү ябай һәм уны һәр кем башҡара ала - хәрәкәттәрҙе төркөмдәге видеотаҫманан өйрәнергә мөмкин.
16.30 сәғ. алып. Сәхнәлә байрам концерты, костюмдар дефилеһы.
Сәхнәлә башҡорт костюмы матурлығы сағылдырған тамаша күрһәтеләсәк. Классик, сәхнә, эшлекле башҡорт костюмдары һ.б. менән танышырға мөмкин. Башҡорт эстрада йондоҙҙары үҙ йырҙары менән ҡыуандырасаҡ.
Башҡорт костюмына ҡағылышлы викторина. Сәхнәнән алып барыусылар тамашасыларға һорау яуҙыра. Иң белемлеләр билдәләнә.
Сәхнәлә шулай уҡ "Мин башҡорт кейемендә" селфи-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү буласаҡ.
16.00-19.00
Шулай уҡ майҙанда
- "Йәйләү" тарихи реконструкция,
- Этнография һәм сәхнә костюмдары күргәҙмәһе эшләйәсәк.
- Милли костюмдар, биҙәүгестәр һ.б. яһаусылар үҙ тауарын һатыуҙы ойошорасаҡ.
19.00 сәғ. һуң Конгресс-хол амфитеатрында "Урал моңо" халыҡ-ара төрки йәштәре йыр-моң конкурс-фестивален ҡарарға мөмкин.