Барҙа район үҙәгендә «Ғәйнә башҡорттарының тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола

Барҙа район үҙәгендә «Ғәйнә башҡорттарының тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан 10 декабрҙә Пермь крайының Барҙа район үҙәгендә «Ғәйнә башҡорттарының тарихы һәм бөгөнгөһө» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. 

Беренсе Башҡорт автономияһының Рәсәй Федерацияһы өсөн тарихи әһәмиәте, Ғәйнә башҡорттарының милли рухиәтте формалаштырыуға индергән өлөшө, Пермь еренән сыҡҡан арҙаҡлы башҡорт шәхестәре Мөхәмәтғата хәҙрәт Мансуров, Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Ғәйнә башҡорттары кейемдәренең үҙенсәлектәре тураһында һүҙ барасаҡ. 

Сараны ойоштороусылар: Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы, Пермь крайы губернаторы хакимиәте, Барҙа район хакимиәте, «Ғәйнә» төбәк башҡорт ырыу йәмғиәте, Барҙа башҡорттары ҡоролтайы. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb