Башҡор драма театры 97- се ижад миҙгелен ябыу тантанаһына саҡыра

Башҡор драма театры 97- се ижад миҙгелен ябыу тантанаһына саҡыра

Театрҙың сираттағы миҙгел ябыу танатанаһы 18 майға билдәләнгән. Был көндө кисен 18.00 сәғәттә коллектив өсөн күркәм йолаға әйләнгән ваҡиға - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, шағир, драматург Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.

 19.00 сәғәттә тамашасылар өсөн барлыҡ коллектив ҡатнашығында ҙур театрлаштырылған тамаша - «Сәмле ярыш-баттл» концерты тәҡдим ителәсәк. Ә тамаша һуңында, ғәҙәттәгесә, уҙған миҙгелдәге иң яҡшы ижади эштәр билдәләнеүе көтөлә, төрлө цехтарҙың иң уңған хеҙмәткәрҙәре бүләкләнәсәк.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb