«Российская газета» баҫмаһында «Башҡорт ҡурайы нисек Вьетнамды әсир иткән» тигән мәҡәлә сыҡты. Ысынлап та, Рәсәй-Вьетнам дуҫлығы йыллығын йомғаҡлау концертында Илнур Хәйруллин да ҡатнашҡайны.
— Ҡурайыбыҙҙы бөтөн донъя белергә тейеш. Ул — данлауға лайыҡлы музыка ҡоралы. Тарихтан белеүебеҙсә, күп милләтле Рәсәй дәүләтенә, уның көслө булыуына башҡорттар күп өлөш индергән. Шуға ла әлеге сарала илебеҙ делегацияһы составында ҡурайсы булыуына бик ҡыуандым, ғорурландым. Заманында Ишмулла Дилмөхәмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Азат Айытҡолов донъя буйынса башҡорт сәнғәтен данланы, улар рәтенә инеүем менән бәхетлемен, — ти ҡурайсы.