16 апрелдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында, «Ҡулайлы театр» проектына ярашлы, тифлокомментарий өсөн ҡорамалдар ҡуйыу һәм уларҙы һынау үтте. Проект «Рухиәт» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә Ппрезидент гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Грант иҫәбенә театр радиосистема, юғары ҡеүәтле сигнал тапшырғыс, тәржемәсе өсөн ҡорамал, көс йыйҙырыу ҡорамалы, 50 радиоалғыс һәм ҡолаҡсын һатып алынған. Уларҙы «Конференц Про» Рәсәй бренды етештерә.
«Ҡулайлы театр» проекты Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында инклюзив мөхит булдырыуға һәм күреү һәләте насар булған һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштырылған спектаклдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән. Проекттың төп маҡсаты – театрҙы бөтә балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм уңайлы итеү.
Тифлокомментарий менән оҙатыласаҡ беренсе спектакль «Ҡыҙыл эшләпә» буласаҡ. Яҡын арала театр хеҙмәткәрҙәре махсус уҡыу үтәсәк һәм спектаклде насар күргән һәм һуҡыр балаларға тәҡдим итәсәк.