Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы

18  һәм 20 март М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - Ангиза Ишбулдынаның "Кеҫәлле ярҙа" пьесаһы буйынса "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы. Спектаклдең премьераһына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Әлеге ваҡытта театрҙың ҙур залында репетициялар бара. Режиссер - Алмас Әмиров.

… Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» - тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк ауылын күҙ алдына килтерәләр. Бына һеҙ: "Эх, ауылға ҡайтаһы ине!" - тип әйтеп, күҙҙәрегеҙҙе йомһағыҙ, Балтирәк ауылын күрерһегеҙ. Йә? Күҙ алдына баҫтымы? Һүрәттәге кеүек күренеш.

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яңы спектакль - "Баллы, тирәкле Балтирәк" лирик комедияһы

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru