"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты

"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты

29-30 июлдә Баймаҡ районындағы Граф күле эргәһендә "Башҡорт аты" республика фестивале уҙҙы. Сара сиктәрендә төрлө ат спорты ярыштары, "Ылаҡ", "Ауҙарыш", "Бәйге", "Мәргән уҡсы" уйындары ойошторолдо, ҡымыҙ етештереүселәр, ат егеү кәрәк-ярағын эшләүселәр конкурсы үтте. Фестивалдең иң сағыу өлөшө ат парады булды. 

Башҡортостан райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағыстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан парадта ҡатнашыусылар булды.

Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, "Башҡорт аты" фестивале, "Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов  исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы.

Ат парадында яҡынса 500-гә яҡын ат ҡатнашты.

"Башҡорт аты" республика фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығының указына ярашлы уҙғарылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров фестивалдең даими уҙғарыласағына ышаныс белдерҙе. 

"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты
"Башҡорт аты" фестивалендә Рәсәй һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнашты

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb