Тылсымлы донъя ул бала саҡ. "Уға һағынып та, талпынып та барып етерлек түгел... Шулай ҙа мөғжизә бар ул: бала саҡ... ҡаласаҡ. Ул саф булып, көләкәс булып, шаян булып, наян булып үҙең менән ҡа-ла-саҡ!" — тип яҙып ҡалдырған Сафуан Әлибай бер китабының инеш һүҙендә.
Тылсымлы, саф донъя бала-саҡ иленә сәйәхәт итергә теләүселәр 29 ғинуар көнө, йәкшәмбе 13.00 сәғәттә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башҡорт телендә Айыу бабай” спектаклен ҡарай аласаҡ. Спектакль сеанстары театрҙа көндөҙгө берҙә башлана.
... Һарғайған япраҡтар ҙа ҡойолдо, алтын көҙ етте, бына-бына ҡар ҙа яуа башлар...Урман йәнлектәре нисек тә булһа тайыш табан-Айыу бабайҙы ҡышҡы йоҡоға ебәрмәҫкә теләй. Шулай ҙа айыу ағайға өң эшләп бирәләр. Ниңәлер айыу бабай бер ҙә ҡаты йоҡоға талырға теләмәй...
Пьесаның авторы балалар шиғриәтенең олатаһы Сафуан Әлибай, режиссеры Г. Вәлитова, рәссамы Н. Байбурин, композиторы И. Хәлилов.
Башҡорт телендә ҡуйыласаҡ "Айыу бабай" тамашаһын ҡарарға килегеҙ, балаларығыҙға күңелле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял минуттары бүләк итегеҙ! Саф, ихлас кескәйҙәр донъяһына рәхим итегеҙ!
Кескәйҙәрегеҙҙең ҡыҙыҡһыныусанлығын арттырырға, ысынбарлыҡты танытырға теләһәгеҙ-балаларығыҙҙы был тамашанан мәхрүм итмәгеҙ. Әйҙәгеҙ, сафлыҡ, ихласлыҡ донъяһын тыуҙырыу өсөн тормошҡа балалар күҙе менән бағайыҡ!
Гүзәл Багаева