Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры балаларға яңы йыл әкиәте тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры балаларға яңы йыл әкиәте тәҡдим итә

Бөгөн, 20 декабрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында "Уйынсыҡтарҙың тылсымлы мажаралары" тигән спектакль премьераһы була. Театрҙа яңы йыл марафонына старт бирелә.

Спектакль ҡуйыр өсөн Силәбе өлкәһенән ижади команда саҡыртылған:
режиссер Борис Ходырев, рәссам Андрей Степанов һәм композитор Сергей Моисеев. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бер нисә тапҡыр ошо составта ижади төркөм менән «Сказка синего моря» «Здравствуйте, или будьте вежливы» спектаклдәрен сәхнәләштергәйне. 

Спектакль башданыр алдынан театрҙың фойеһында йыл символы-сусҡалар менән Яңы йыл тамашаһы ойоштороласаҡ. Ул оҙайлы ялдар тамамланғансы, 8 ғинуарға тиклем дауам итә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb