Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы автобус һатып алды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңы автобус һатып алды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Кесе Ватан мәҙәниәте" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Citron SpaceTourer микроавтобусы һатып алды. 7 урынлыҡ ҙур салон һәм махсус йөк урыны декорация ташырға, спектаклдәр өсөн кәрәкле тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын гастролгә алырға мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер театр труппаһы уңайлыраҡ шарттарҙа ҙур аралар үтергә тейеш.

"Яңы театр миҙгелендә Башҡортостан Республикаһы буйлап гастролдәргә сығырға уйлайбыҙ. Киләһе йылда беҙҙең театрға 90 йыл тула, һәм был мөһим миҙгел ниһәйәт театрҙың күптән көтөлгән реконструкцияһы була, шуға күрә беҙҙең алда яңы автотранспорт һатып алыу кәрәклеге бик киҫкен тора ине. Әлеге ваҡытта ҡурсаҡ театрына ике йыл ярым ваҡытға кәрәк булған бинаны эҙләп киләбеҙ ", - ти Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡурсаҡ театры "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Проект театрҙарҙың һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, яңы постановкаларға һәм яңы профессиональ ҡорамалдарға аҡса тотоноуға йүнәлтелгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb