5 февралдә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына 90 йыл тула. 90 йыл дауамында театр кескәйҙәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡлы постановкалар, матур ҡурсаҡтар һәм фәһемле тарихтар менән ҡыуандыра.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Шалҡан» исемле тәүге спектакленең премьераһы хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры урынлашҡан Өфө сәнғәт һарайының Бәләкәй залында уҙа. Театр билдәле рус рәссамы, һүрәт төшөрөү уҡытыусыһы, Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Мария Николаевна Елгаштинаның тырышлығы менән барлыҡҡа килә.
Өс айҙан башҡорт труппаһы ла барлыҡҡа килә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө ҡурсаҡсылары Карелия фронтында сығыш яһай. Һуғыш башланғас та труппаның ир-егеттәре фронт бригадаларына ҡушыла, ә ҡатын-ҡыҙҙар Өфө тамашасыларының рухын яҡлауын дауам итә, ә уларҙың һаны тыл ҡалаһында ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Төрлө йылдарҙа театрҙы талантлы режиссерҙар етәкләй, театрҙың репертуары байытыла.
Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының директоры булып Альберт Имаметдинов эшләй. Уның бөтә әүҙем тормошо ошо театр менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ҡурсаҡ йөрөтөүсе булып китә, әммә оҙаҡламай, режиссураға тартылыуын тойоп, Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһына уҡырға инә. Ул даими рәүештә ижади эҙләнеүҙә, заманса театр тенденцияларына ярашлы: уның спектаклдәрендә артистар ҡурсаҡтар менән генә эшләмәй, драма театры майҙанында сығыш яһай, бейей, йырлай һәм сәхнәнән тамашасылар менән аралаша.
1976 йылда ҡурсаҡ театры Октябрь проспектындағы хәҙерге бинаһына күсә. Быйыл бында ҙур реконструкция эштәре башлана һәм 2024 йылғаса даум итәсәк.