Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында - яңы директор

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында  - яңы директор

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективын яңы директор — Альберт Имаметдинов менән таныштырҙылар.
Альберт Әлфрит улы Имаметдинов Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған. Санкт-Петербург театр сәнғәте академияһында ҡурсаҡ театры режиссураһы етәксеһе Николай Наумов курсында уҡыған. 2009 йылдан алып ҡуйыусы режиссер сифатында ҡурсаҡ театрында эшләй. 2015 йылда уға театрҙың баш режиссеры вазифаһын ышанып тапшырҙылар.
2015 йылдың 30 декабренән элекке директор Илмар Әлмөхәмәтов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына күскәндән һуң ҡурсаҡ театры директоры вазифаһын башҡарҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb