Башҡорт дәүләт академия драма театры 8 март байрамы уңайынан «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итә

Башҡорт дәүләт академия драма театры 8 март байрамы уңайынан «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим итә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә 8 март көнө барлыҡ коллектив ҡатнашлығында ҙур театрлаштырылған тамаша – «Сәмле ярыш-баттл» концертын тәҡдим ителә.

Өлкән артистарҙы театр йәштәре үҙенсәлекле ярышҡа саҡыра – театрҙа кем төп ролдәрҙә уйнарға тейеш, тамашасылар ҡайһы быуын артистарын нығыраҡ ярата, кемгә ҡайнар алҡыштар яуа? Был бәйгелә һәр быуын артистары сәмле, дәртле сығыш яһай, популяр, моңло йырҙар, спектаклдәрҙән өҙөктәр, бейеү, юмор – был көндө сәхнәлә халыҡ яратҡан, тамашасы көтөп алған музыкаль тамаша буласаҡ. Ҡәҙерле тамашасылар, әгәрҙә һеҙҙең ошондай дәртле, моңло, көлкөлө тамашаны күргегеҙ килһә-театрға рәхим итегеҙ.

Концертта ҡатнашалар: Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илсөйәр Ғәзетдинова, Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Алһыу Бәхтиева, Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Рәзифә Динмөхәмәтова, Алһыу Ғәлина-Ғафарова, Азамат Ғафаров, Алмас Әмиров, Гөлнара Әмирова, Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова, Илсур Байымов, Артур Ҡунаҡбаев, Юлиә Ғәләүетдинова, Светлана Хәкимова һ.б.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb