Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры кескәй тамашасыларыбыҙ өсөн Яңы йыл байрамдарында һәм каникул ялдарында матур тамашалар әҙерләй.
Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев «Бөтә сысҡандарҙа сыр ярата» әкиәте буйынса шәп музыкаль тамаша әҙерләй. «Mousе story» тип аталған заманса спектакль декабрҙә һәм шулай уҡ ғинуар айҙарында барасаҡ.
Спектакль алдынан театр фойеһында шыршы тирәләй Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай менән әйлән-бәйлән һәм уйындар үткәреләсәк.
Кескәй тамашасыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Яңы йыл тамашаларына ихлас саҡыра.