Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театры яңы спектакль әҙерләй. Йәш режиссер Илшат Мөхөтдинов Виктория Емелеваның “РАС-сказы” документаль пьесаһын сәхнәләштерә. Ул аутистик спектры боҙолған балаларҙың ата-әсәләре һәм был хәлде ҡабул итеү тәжрибәһе тураһында.
Республика театры версияһын булдырыу өсөн автор башҡорт ғаиләләре менән аралашҡан.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров спектаклдә төп ролде башҡара.
“Аутизм сирле балалар тураһында күптәр бер нимә лә белмәй. Беҙҙең маҡсат - эргәбеҙҙә ошондай кешеләр барлығы хаҡында белдереү”, - ти актер.
Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә ҡуйыла. Премьера 2, 3 декабргә билдәләнгән.