Башҡорт дәүләт драма театры “Йәш йөрәктәр” спектакленең премьераһына саҡыра

Башҡорт дәүләт драма театры “Йәш йөрәктәр” спектакленең премьераһына саҡыра

23 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Фәтхи Бурнаш пьеса буйынса ҡуйылған “Йәш йөрәктәр” спектакленең премьераһы көтөлә.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Дауытов, хореографы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, тексты ҡулайлаштырыусы, консультант – Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, оркестр етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев.

Спектаклдә һүҙ “Аулаҡ өй”гә йыйылған ауыл йәштәре тураһында бара. Киске уйындарҙа үҙеңде танытырға һәм башҡаларҙы ла күрергә мөмкин: ҡыҙҙар һәм егеттәр ярыштар ойоштора, йырлай, таҡмаҡ әйтешә, шаяра, бейей һәм, әлбиттә, ғашиҡ була. Тыйнаҡ һәм күңелсәк Хәйретдин менән ауылдың иң һылыу мҡыҙы Сәрби араһында һөйөү хистәре уяна. Әммә уларҙың тормошона һуғыш үтеп инә: Хәйретдинде һәм башҡа йәш егеттәрҙе фронтҡа алалар, Сәрби һәм башҡа ҡыҙҙар уларҙы көтөргә вәғәҙә биреп ҡала...

Драматик тамашалар халыҡ йолалары, уйындар, бейеүҙәр менән үрелеп бара. Спектаклдең музыкаль нигеҙен композитор Нур Дауытовтың йырҙары һәм көйҙәре тәшкил итә. Уларҙы театр оркестры башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb