Башҡорт дәүләт драма театрына танылған театр белгесе Бартошевич килә!

Башҡорт дәүләт драма театрына танылған театр белгесе Бартошевич килә!

Алексей Вадимович Бартошевичты  уҡыусылары һәм дуҫтары "Бөйөк Барт" тип йөрөтә. Бөйөк Барт Өфөгә 25 ғинуарҙа килә. Кисен М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Йософ һәм Зөләйха" музыкаль риүәйәтен ҡарарға ниәтләй. 26 ғинуар көндөҙ театр белгесе З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультеты студенттары һәм педагогтары менән осраша. Ә аҙаҡ театрҙа "Антигона" спектаклен ҡарай. Сер түгел, тап Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған Жан Ануйҙың драмаһын ҡарар өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына юллана билдәле театр белгесе. Спектаклдән һуң актерҙар менән әңгәмә ойошторорға планлаштырған Алексей Бартошевич.

Башҡорт дәүләт академия драма театры

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb