Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы проект менән республика буйлап гастролдә йөрөй

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары яңы проект менән республика буйлап гастролдә йөрөй

Борон-борондан халҡыбыҙҙа йыр жанрына ҙур иғтибар бирелгән. Кеше күңелендә булған бөтөн төрлө хистәрҙе лә йыр-моңға һала алған. Йыр йырлап бишек бәүелткәндәр, йыр аша һөйөү тойғоларын белгеткәндәр, йыр аша нәфрәт тә, әсе көлөү ҙә, шаяртыу ҙа мөмкин булған. Йыр менән оҙатыу-ҡаршы алыу ҙа, йыр саҡырғанда яуға күтәрелеү, йырлап еңеү менән ҡайтыу һәм башҡалар. Шундай оло көскә эйә булған ул йыр. Һәм был бөгөн дә шулай! Бөгөн ул үҙ ҡөҙрәтендә һәм тәьҫирендә. Быны беҙгә Хәсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары иҫбатланы. “Йыр көсө” тип аталған өр-яңы проект менән Республиканың ҡала һәм райондары буйлап сәйәхәт итә улар.

“Илебеҙ еңел осор кисермәй, халыҡҡа рух ныҡлығы һәм берҙәм булыу зарур. Ә нимә беҙҙе бер залдарға йыя һәм бер тулҡында тирбәлтә ала? Әлбиттә, йыр! Әлбиттә, рухлы, хисле, илһамлы концерттар. Тамашасыларға йыр аша мөрәжәғәт итеү, улар менән йырҙар аша һөйләшеү һәм күңелдәрен үҫтереп ебәреү өсөн иң нескә һәм тетрәндергес йыр-моңдарыбыҙҙы барлап, халыҡ араһына сыҡтыҡ”, -- ти, был хаҡта филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Сулпан Рауил ҡыҙы Асҡарова.

Был ҙур концерт программаһында филармония йырсыларының төпкөсө бергә тупланған. Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Фәдис Ғаниев, Лилиә Биктимирова, Хәлит Фәтихов, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Рәфис Сирусин, «Арғымаҡ» кеүек һеҙ яратып тыңлаған, хөрмәт иткән моң эйәләре үҙ һүҙен әйтә.

“Йыр көсө”н иң беренсе булып ҡарау бәхете баш ҡала тамашасыһына тәтене. Ҡаланың төрлө ойошмаларына,уҡыу йорттарына ла барып етте коллектив. Был шәмбелә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәрҙе һөйөндөрһә, киләһе көндәрҙә Күмертау, Мәләүез яҡтарында булмаҡсы өфөләр. Ғинуар айында иһә Сибай, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Бишбүләк тарафтарында ла был тамашаны ҡарай аласаҡтар. Февралдә Белорет, Дүртөйлө, Борай, Кариҙел, Туймазы, Нефтекама, Ишембай халҡы был матур осрашыуҙы көтөп ҡаласаҡ. Һәм хатта май айына ҡәҙәр “Йыр көсө” Башҡортостан буйлап гастролдәрҙә йөрөй әле.

“Халыҡ концертты бик тә ихлас ҡабул итә, -- тип һөйләй филармонияның солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин. – Илһөйәр, халыҡсан йырҙарға һыуһаған тамашасы күп йырҙарҙы күтәреп ала, ҡайһыларын хатта аяғүрә баҫып тыңлай. Бына ошондай сараларҙа беҙ үҙебеҙҙең бер маҡсат һәм бер теләк менән йәшәүсе бер ил балалары икәнлегебеҙҙе яҡшы тоябыҙ. Йыр көсө тыңлаусыларын батырыраҡ, рухлыраҡ, нығыраҡ итә.”

Өфө дәүләт филармонияһы коллективы бөгөнгө еңел булмаған көндәрҙә халыҡ күңелеге бөтөнлөгө өсөн бөтә көсөн һала. Артистар ниндәй ваҡытта ла йәмғиәт араһында, алғы һыҙыҡта һәм кешеләр өсөн ижад итә, эшләй һәм йән дауаһы бирә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb