27 апрелдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Хажиғәлиева һәм Әлиә Нурғәлиева, Регина Баракова, Зарина Солтангилдина, Анастасия Скарженюк бейеү көнө айҡанлы матур тамаша тәҡдим итә.
Концерттың төп хужалары - бейеүселәр. Үҙҙәренең профессиональ байрамдары – Халыҡ-ара бейеү көнөндә улар йәнә сәхнәлә.
Һуңғы бер-ике йыл эсендә филармония байтаҡ йәш көстәр менән тулыланды. Улар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Евгения Цыпина, Рөстәм Ғандалипов, Татьяна Мутафи, Ирина Арыҫланова. Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙҙәренә генә хас бейеү алымы менән тамашасы күңелен арбай.
Концертта, шулай уҡ, филармонияның «ижади ҡошсоҡтары» – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты «Салауат» балалар бейеү академияһы (етәксеһе – Маргарита һәм Рөстәм Ғандалиповтар), «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре, виртуоз-скрипкасы Марат Сәҙриев, ҡурайсы Илнур Һибәтуллин, виртуоз-ҡумыҙсы Миңләғәфүр Зәйнетдинов, эстрадабыҙҙың сағыу йондоҙҙары Артур Туҡтағолов, Айгөл Һағынбаева, Фәдис Ғәниевтар ҡатнаша.
Ижади яҡтан тамашаны әҙерләүселәр – республикабыҙҙың бейеү сәнғәтенә тос өлөш индергән балетмейстерҙар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмизә Мөхәмәтшина һәм Сулпан Асҡарова.