4 март көнө Башҡорт дәүләт филармонияһында иң яҡшы көн үтте. Яҙҙың иң сағыу проекты NON-STOP режимында филармония марафоны классиканан алып джаз һәм этникаға тиклем, бер көндә төрлө жанрҙағы 10 концерт күрһәтте. Бындай киң сара баш ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр уҙғарылды, республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо.
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының иң яҡшы көн марафонында мәҙәниәт усағының иң яҡшы солистары, коллективтары, ижади көстәре ҡатнашты.
Байрамға килгән һәр тамашасыны үҙенсәлекле бүләктәр, викториналар, «йондоҙҙар» менән фотоға төштө һәм көтөлмөгөн сюрприздар отто. Кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн - төрлө уйындар һәм аниматорҙар менән осрашыу ойошторолдо.
Музыкаль марафон Колонналы залда Ольга Даукаева етәкселегендәге «Бейеү араһында» оҫтаханаһы менән берлектә ҡуйылған «Күләгәләр моңо» эксклюзив проекты менән башланып китте.
Музыка һөйөүселәр Орган залда ойошторолған «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проектын үҙ итте.
Филармонияның балалар академияһы –«Салауат» бейеү студияһы һәм малайҙар капеллаһы үҙҙәренең сираттағы уңыштары менән шатландырҙы.
Ә шиғриәт һәм моңло лирика һөйөүселәр музыкаль-әҙәби лекторий артистары менән танышты.
Тамашасылар Он-лайн режимында Мәскәү филармонияһы Академия симфоник оркестры (дирижеры - Юрий Симонов) концертын ҡаранылар.
Нестерев музейы менән берлектә ҡуйылған «Сәнғәт менән диалог» арт-проекты, Олег Киреев етәкселегендәге «Орлан» һәм «Балайка-бэнд» халыҡ ҡоралдары ансамблдәренең сығышы барыһын да хайран итте.