Күптән түгел Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Далан» төркөмө солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизовтың концерты үтте.
«Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин», «Замана», «Бер йәшәп ҡалайыҡ әле», «Бер аҙ моңһоу», «Китмә, йәшлек» кеүек тәрән мәғәнәле йырҙарҙың премьераһын халыҡ әйтерһең дә ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Йырсының һәр сығышын тамашасы ихлас алҡыштар менән оҙатты, сәскә гөлләмәләренә һәм бүләктәргә күмде.
Искәндәр Ғәзизовтың йырҙары һәр кемдең күңеленә яҡын. Бының сере ябай – репертуар киңлеге. Артист тыуған яҡ, мөхәббәт, ғаилә һәм дуҫтар, замана һәм башҡа бик күп темаларға мөрәжәғәт итә. Шуныһы ихтибараға лайыҡ, репертуар һайлағанда йырсы еңел-елпе һәм таныш булмаған композиторҙар йырҙарына туҡталмай, ә Зифа Нагаева, Альфред Йәҡшембәтов, Наил Шәймәрҙәнов, Юлай Үҙәнбаев, Мөҙәрис Ғизетдинов, Реваль Хисмәтуллин, Родион Мортазин кеүек билдәле композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе хуп күрә. Был уның уңышлы карьераһының тағы ла бер серелер.
Концерт барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев сәхнәнән изге теләктәрен еткереп Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Костантин Толкачев исеменән Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ, йырсының ижад байрамы уңайынан уның дуҫтары «Боевое братство» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһы ағзалары юғары профессионализмы, актив йәмәғәт позицияһы һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты һәм миҙал менән бүләкләне.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева, Иҙел Нурғәлин, легендар йырсы Искәндәрҙең яҡташы Роза Аккучукованың сығыштары тамашаға йәм өҫтәне. «Синяя птица» Рәсәй телевизион проекты еңеүсеһе, 9 йәшлек Учалы ҡыҙы Ләйсән Золотарева һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ уятты. Кисәне республикабыҙҙың билдәле юмор оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович – Вәлит Илембәтовтың алып барыуы программаға мәртәбә өҫтәне.