Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы Радик Вәлмөхәмәтов быйыл үҙенең 55 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. 17 ноябрҙә үтәсәк ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаясаҡ. Йырҙарҙың телдән-телгә күсеп йөрөгәндәре лә, тарихтан килгәндәре лә һәм, әлбиттә, әлегә беҙ ишетмәгән өр-яңылары ла яңғыраясаҡ был программала.
«Яҙмышыма рәхмәтлемен» исемле кисәнең сценарий авторы - Миләушә Ҡаһарманова, тамашаның режиссеры - Сулпан Асҡарова.