Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәре театр сәхнәләрендә иң күп ҡуйылған йөҙәрләгән, меңләгән тамашасыларҙың иғтибарын һәм һөйөүен яулаған сәхнә әҫәре.
Тиҙҙән 3 март көнө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры милли әҫәр менән һөйөндөрә, тамашасылар иғтибарына Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса Салауат Низаметдинов ижад иткән "Ай тотолған төндә" операһы тәҡдим ителә.
Әлеге мәлдә театрҙың баш режиссеры Рөстәм Ғәлиев етәкселегендә ҡыҙыу репетициялар бара. Спектаклгә театрҙың билдәле һәм күренекле артистары менән бер рәттән йәш опера йырсылары ла йәлеп ителгән.
Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе һәм ҡуйыусы дирижер Артём Макаров, ҡуйыусы режиссер Рөстәм Ғәлиев, рәссам Ҡорбаннурҙы Чарыев.
Тәңкәбикә ролен Светлана Арғынбаева һәм Татьяна Никанорова башҡара. Дәрүиш ролендә Раил Кучуков һәм Артур Ҡәйепҡолов. Зөбәржәтте Аида Ғабдулхаҡова, Лариса Потехина, Аҡйегетте Әлим Ҡәйүмов,Владимир Орфеев уйнай.
«Ай тотолған төндә» трагедияһы башҡорт легендаларына нигеҙләнгән, әммә классик трагедия ҡанундарына ҡоролған ижад өлгөһө, пьеса халыҡсан һәм тәрән фәлсәфәүи әҫәрҙәр иҫәбенә инә. Сәхнә әҫәре 1963 йылда яҙылған, 1978 йылда нәфис фильм төшөрөлә, илебеҙҙең 100-гә яҡын театр сәхнәләрендә ҡуйыла.
...Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә төндәрен егет ҡосағына инә. Йыл да үтмәй, донъяға бер ир бала килә. Был турала кендек әбейенән башҡа бер кем, бер ни белмәй. Тик баланы ҡайҙа итергә әмәл тапмай яфа сигә былар... Ырыу һәм ғаилә башлығы, ире иҫән саҡта байбисә, ырыу ҡанундарын тотоусы, абруйлы, ҡаты ҡуллы бейбисә. Ул әсә кеше лә, йола ҡоло ла. Йоланы боҙа, ырыу ҡанундарына ҡаршы бара алмай Тәңкәбикә.
Гүзәл Багаева